ШИЛКИН Константин Михайлович (17.4.1901, Ырымбур губ. Троицк ҡ. — 11.9.1976, Белорет ҡ.), металлург. Ленин­град индустриаль ин‑тын (1934), Башҡ‑н инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (1939, Өфө) тамамлаған. 1916—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1932—37 йй. бүлек мөдире, 1938 й. үҙәк завод лаб. нач., 1931 й., 1938—53 йй. һәм 1954 й. алып цех нач., 1956 й. хеҙмәт б‑са дир. урынбаҫары. 1924—27 йй. Торба прокатлау з‑дында эшләй (Выкса ҡ.). Ш. тарафынан цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулы эшләнгән һәм индерелгән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1952). “Почёт Билдәһе” (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев