ШИЛЕНКО Борис Петрович (8.10. 1912, Ырымбур ҡ. — 2.11.1983, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1964). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы, СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1934) БАССР‑ҙың Игенселек ХК‑ндағы Тупраҡ‑ботаника бюроһында эшләй. 1935 й. алып Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ‑ның Дыуан терәк пункты мөдире; 1939—41 йй. Бөрө тәж. баҫыуының ғилми хеҙм‑ре, 1946 й. Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү баҫыусылыҡ тәж. ст. өлкән ғилми хеҙм‑ре, бүлек мөдире; 1956—76 йй. агрохимия лаб. мөдире, 1977—82 йй. БНИИСХ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге агрохимия, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре проблемаларына арналған. Ш. етәкс. Башҡортостанда тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләрҙе сығарыу нормативтары һәм ашламалар туйындырыу элементтарын а.х. культураларында ҡулланыу коэф. эш­ләнгән. 100 фәнни хеҙмәт авторы. Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (икеһе лә — 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Система удобрения полевых культур в Башкирии. Уфа, 1968 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев