ШИКТАШ, тау. Белорет р‑нында Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендәге Инйәр һәм Ҡалпаҡ (Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1261,0 м, оҙонлоғо 3,0 км, киңлеге 3,5 км. Рельефы ҡатмарлы, түбәһе яҫы, битләүҙәре текә. Урта рифейға ҡараған егәлгә свитаһының кварциттарынан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары болон‑тау, көрән урман, тундра тупраҡтарындағы бейек үләнле тау болондары һәм тау тундралары ҡатыш һирәк урмандар м‑н алмашына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов