ШИК Василий Никитович (3.3.1931, Украина ССР‑ының Лариновка а.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1973). Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлаған (1964). 1950—2001 йй. “Авангард” з‑дында (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй: мастер, 1955 й. алып нач., 1961 й. — баш инженер урынбаҫары, 1969 й. — дир., 1985 й. башлап Граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Ш. етәкс. фталь ангидриды, нитропродукттар, нефть продукттарына өҫтәлеүсе депрессор присадкалар, ҡатмарлы эфирҙар һ.б. алыу ысулдары индерелә. 6 фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы. Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), “Почёт Билдәһе” (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. А.Н.Күсеев