ӘБДИЕВ Ринат Ғәзизйән улы (28.8. 1956, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Боҙаяҙ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй. 2006 й. алып Ырымбур ун‑тының Өфө филиалы дир. урынбаҫары. 2011 й. башлап БДУ‑ның технологик машиналар һәм ҡорамалдар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2017 й.алып уҡытыу‑ғилми үҙәге директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һәм газхимияһы ҡорамал­дарының эшләү проблемаларына арналған. Ә. тарафынан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып халыҡ­ара стандарттарға ярашлы т. юл цистерналары етештереүҙе ойошторорға мөмкинлек биргән штамплауҙың термик циклдарын көйләү ысулы м‑н һауыт төптәрен әҙерләүҙең технологик процесы эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1987).

Х е ҙ м.: Обеспечение работоспособности содовых печей повышением точности и технологичности при сборке на стадии эксплуатации. Уфа, 1998 (авторҙ.); Повышение качества аппаратуры обеспечением взаимозаменяемости при изготовлении. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Ә.В.Баҡыев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов