ШИҒИСЫЛЫҠ, исламдағы төп (сөнниселек м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 8 б. уртаһында тулыһынса формалаша. Ш. юлынан барыусылар Ғәли хәлифә м‑н Фатима (Мөхәммәттең ҡыҙы) нәҫеленең имаматҡа хоҡуғын таный, тәүге хәлифәләрҙең (Ғосман, Ғүмәр, Әбү Бәкер) идара итеү законлығын кире ҡаға. Төп дог­маттары: бер аллалыҡ (тәүхид), ғәҙеллек (ғәдл), пәйғәмбәрлек (алдан күреүсәнлек), имамдар власы (имамат), йәнләнеү (ҡиәмәт). Дин ғилеме сығанаҡтары — Ҡөрьән, Сөннә (Ғәлигә бәйле хәҙистәр генә таныла), әхбәрҙәр (риүәйәттәр). 7 б. аҙ. — 9 б. Ш. бер нисә тармаҡҡа бүленә: ҡайсаниҙар, зәйдиҙәр, имамиҙар, исмәғилиҙәр. Хаж м‑н бергә шиғисылар Ш. имамдары ерләнгән урындарға — Кербела, Нәжәф (икеһе лә — Ираҡ), Мәшһәд, Ҡом (икеһе лә — Иран) ҡалаларына ғибәҙәт ҡыла. Башҡортостанда Ш. юлынан барыусылар башлыса әзербайжандарҙан тора.

Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина