ШИГАЕВ Максим Григорьевич (1726 — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1772 й. ғин.—июнендә Яйыҡ казак ғәскәре ихтилалында ҡатнаша. 1773 й. 17 сент. Пугачёвтың баш күтәреүселәр отрядына ҡушыла, нояб. алып Хәрби коллегия ағзаһы. Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре составында Ырымбурҙы ҡамауҙа, 1774 й. 22 мартында Татищев ҡәлғәһе янындағы һәм 1 апр. Ырымбур сик һыҙығының Һаҡмар ҡаласығы эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 7 апр. Ырымбур сик һыҙығының Илек ҡәлғәһе янында әсиргә алына. Ырымбур йәшерен комиссияһында, нояб. башлап Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында бу­ла. Язалап үлтерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин