ӘБДЕСӘЛӘМ МӘМӘДЕЛИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Дыуан‑Табын улусы Сәфәр а. мишәре. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1773 й. нояб. — 1774 й. мартында Ә.М. отряды Өфөнө ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. сент. Ә.М. ғәйебен танып килә. Окт. әсир алынған Пугачёвты “күреү” өсөн Ҡазан даруғаһының Сембер бастругына ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов Тәрж. М.Х.Хужин