ӘБДЕРӘШИТОВ Шамил Рәхим улы (10.9.1933, Ҡазан), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1983), СССР‑ҙың почётлы энергетигы (1983), РСФСР‑ҙың почётлы уйлап табыусыһы (1979). Ташкент политехник ин‑тын тамамлаған (1956). 1960 й. алып “Башкирэнерго” район энергетика идаралығында эшләй: 1966 й. башлап Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ы, 1968 й. — Ҡарман ДРЭС‑ы дир., 1971 й. алып “Башкирэнерго” идарасыһы. 1988— 92 йй. “Ветроэн” ҒПБ‑ның Башҡ‑н филиалында (Өфө) директор. Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ында яңы ҡеүәттәр индереү, Ҡарман ДРЭС‑ында илдә беренсе энергоблоктарҙы (яғыулыҡтың сағыштырма сығымы түбән булған) эшләтеп ебәреү һәм үҙләштереүгә етәкселек итә. 70— 80 йй. Ә. етәкс. 2 электростанция файҙаланыуға индерелә, 6 электростанция киңәйтелә, 23 мең км электр энергияһын тапшырыу линияһы төҙөлә. СССР ЮС‑ының 11—12‑се саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ш.Ғ.Китабов

Тәрж. А.Н.Күсеев