ӘБДЕЛНАСИР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Мунса й. (Оло Урғаҙа й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 421 кеше; 1920 — 519; 1939 — 194; 1959 — 199; 1989 — 150; 2002—184; 2010—150 кеше.Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сиҙәм урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. Шулай уҡ Елбаш, Зильбаш булараҡ теркәлгән. 1866 й. 60 йортта 340 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет иҫәпкә алынған. У.Ғ.Сәйетов, А.А.Фәйзуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев