ӘБДЕЛМӘНОВ Рим Сәлимйән улы (7.9.1956, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Оло Ибраһим а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Ибраһим а.), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1983) артисы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1996; педагогтары Е.П.Валукин, Л.М.Таланкина). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1989 й. — педагог‑репетиторы. 2006 — 11 йй. Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., 2012 й. башлап БДПУ‑ла эшләй. Виртуоз, драматик һәләтле бейеүсе. Ә. сәнғәтенә романтик бейеү эстетикаһын героик һәм патетик пластика элементтары м‑н берләштереү хас. “Азамат”, “Гөлнәзирә”, “Еҙ үксә”, “Салауат”, “Төньяҡ амурҙары”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”) бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡара. Рәсәй һәм донъяның 20‑нән ашыу иле буйлап гастролдәрҙә була.

 

 

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова