ШИБАЕВА Вера Михайловна (16.2. 1949, Свердловск өлк. Привокзальный ҡсб — 20.11.2000, Өфө), биҙәү‑ҡулланма сәнғәте рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). 1985—88 йй. М.И.Калинин ис. Мәскәү художество‑сәнәғәт уч‑щеһының Өфө фи­лиалында уҡыған.

1980 йй. алып нәфис текстиль сәнғәтенең төрлө техникаһында эшләй. Ш. ижады БР‑ҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә текстиль пластикаһын һәм ҡорамалы тегеүҙе интенсив үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уның әҫәрҙәренә символизм, баҙыҡ тондар (“Байрам” панноһы, “Болоттар” диптихы; икеһе лә — 1996, ҡорамалы тегеү) һәм төҫтәр (“Ҡыш” триптихы, 1990; “Көҙгө көн” панноһы, 1992; икеһе лә — текстиль рельефы), мифологияға (“Мәжүси ҡояш” триптихы, коллаж; “Мәжүси аллалар”, аппликация; икеһе лә — 1992; “Яҙһылыу” япмаһы, 1991), ҡатын‑ҡыҙ кейемен биҙәүҙә халыҡ традицияларына мөрәжәғәт итеү (“Июль” күлдәге, 1989; “Бантиктар” комплекты, 1991; бөтәһе лә — ҡорамалы тегеү; ҡара: Кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте) хас. Нәфис ҡурсаҡ сәнғәте, художестволы фотография өлкәләрендә эшләгән. 1989 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1994, 1996). Эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова