ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы (29.4.1965, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Һарт‑Шишмә а.), йырсы (баритон). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993; С.Ә.Асҡаров класы) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 2000 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Бөтә регистрҙарҙа ла тигеҙ яңғыраған киң диапазонлы матур тауышҡа, сағыу сәхнә һәләтлегенә һәм артислыҡҡа эйә. Төп партиялары: Фиорелло (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини; дебют, 1993), Жермон (“Травиата”, Дж.Верди), Фигаро (“Севилья цирюльнигы”, Россини), Эскамильо (“Кармен”, Ж.Бизе), Онегин (“Евгений Онегин”), Елецкий (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”; икеһе лә — П.И.Чайковский) һ.б. Аҡмулла (ш. уҡ исемле опера, 1996), Буранбай (“Ҡаһым түрә”, 2002; икеһе лә — З.Ғ.Исмәғилев), Тимерхан һәм Сәсән (“Нәркәс”, Х.Ф.Әхмәтов, 1994), Ғүмәр Хәйәм һәм Лермонтов (“Memento”, С.Ә.Низаметдинов, 2000) партияларын; Р.Й.Ғарипов шиғыр­ҙарына вокаль циклды, Н.Ә.Дауытовтыңйырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙарының операларынан һәм вокаль әҫәрҙә­ренән ариялар бар. Массимо театры (Палермо ҡ., Сицилия) сәхнәһендә йырлай, унда В.А.Моцарттың “Реквием” әҫәрендә баритон партияһын башҡара. И.К.Архипова, СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Ф.Ведерников, М.Ф.Касрашвили, В.И.Пьявко, РФ‑тың халыҡ артисы Ф.Ш.Мансуров һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәй, Ҡытай, Мысыр, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Рәсәй музыкаһы панорамаһы” (“Панорама музыки России”) Бөтә Рәсәй фестивалендә (Краснодар ҡ., 1997), Халыҡ‑ара опера музыкаһы фестивалендә (Кирения ҡ., Кипр; 1998), Ҡазанда һәм Өфөлә Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә, С.‑Петербургта БР мәҙәниәте көндәрендә (2001), ЮНЕСКО‑ның штаб‑фатирында Халыҡ‑ара БР презентацияһында (Париж, 2008, 2013), Сыуаш Респ. БР мәҙәниәте көндәрен­дә (Чебоксар, 2013), Ҡырғыҙ Респ. БР мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә (Бишкәк, 2015) һ.б. ҡатнаша. “Татар йыры” Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Ҡазан, 1995). Аҡмулла (2004), М. Өмөтбаев (2010) ис. пр. лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова