ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Оло Әбеш а. — 25.7.2007, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1995). Мәскәү тау ин‑тын тамамлаған (1967). 1959—61 йй. Силәбе өлк. Вишневогорск рудник идаралығында һәм Салауат ҡ. 18‑се комб‑тында, 1971 й. алып ГДР‑ҙа эшләй. 1976—90 йй. Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, лаб. мөдире, 1990—91 йй. һәм 1994 й. башлап “Экогеоцентр” ғилми‑производство үҙәге дир., бер үк ваҡытта “Металинк” ЯСЙ дир., 1991 й. алып “Наука” Рәсәй концернының (Мәскәү) ген. дир. урынбаҫары, ген. директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлекте иҫәпкә алып мәғдәндәрҙән уранды һ.б. металдарҙы ер аҫтында шыйыҡса м‑н иретеп сығарыу технологияһын уйлап табыуға арналған. Ә. тарафынан ер аҫтында шыйыҡса м‑н иретеп сығарыу процесын контролдә тотоу һәм һыулы мәғдән горизонттарын экологик яҡтан реабилитациялау ысулдары һәм саралары эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 150 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Комплексы подземного выщелачивания. М., 1992 (авторҙ.); Подземное выщелачивание полиэлементных руд. М.,1998 (авторҙ.); Горно‑химическая технология добычи урана. М., 2001 (авторҙ.).

Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов