ШИБАЕВ Иван (?, Илек ҡаласығы — 8.7.1774, Ҡазан губ. Мамадыш а.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ихтилалға 1773 й. 21 сент. ҡушыла. Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә, Исәт провинцияһында Пугачёвтың манифестарын тарата. Баҙарғол Юнаев м‑н берлектә баш күтәреүселәр отрядтарын дары м‑н тәьмин итә. Төп ихтилалсылар ғәскәре составында 1774 й. 6 майында — Магнит ҡәлғәһен, 21 майҙа Троицк ҡәлғәһен алыуҙа, 23 майҙа Исәт провинцияһының Лягушино а. янындағы, 3 июндә Үрге Ҡыйғы а. янындағы һәм 5 июндә Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы Уразмәт а. янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Әҙәб.: О в ч и н н и к о в Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковедч. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин