ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы [15.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Суҡраҡлы а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1951). 1955 й. башлап БАССР МС эргәһендәге Радио тапшырыу һәм ТВ ком‑ты, 1959 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығы хеҙм‑ре һәм бер үк ваҡытта Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһы (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡытыусыһы. 1964 й. алып Башҡорт филармонияһы солисы, 1969—92 йй. РФ Композиторҙар союзы Муз. фондының Башҡорт бүлексәһе директоры. Ә. башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ м‑н айырылып тора. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, ш.иҫ.“Ғайса ахун”, “Сибай”, “Сәлимәкәй”,“Урал”, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш. Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Р.Х.Сәхәүетдинова, Х.Ф.Әхмәтовтың во­каль әҫәрҙәре бар. Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов, Әхмәтовтың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова