ШЕШТӘР, кеше һәм хайуандар туҡымаларының патологик үҫеүе, күҙәнәктәрҙең бүленеүенә, үҫеүенә һәм айырымланыуына контроль яһаусы механизмдарҙың боҙолоуына бәйле барлыҡҡа килә. Хәүефһеҙ (липома, фиброма һ.б.) һәм яман (рак, саркома) Ш. бүленә. Яман Ш. хәүефһеҙ Ш. киҫкен күҙәнәк атипияһы, инвазияға һәләтлелеге (эргәләш ағзаларға күсеп үҫә) һәм метастазланыуы (башҡа ағзаларға һәм туҡымаларға тарала) м‑н айырыла. Ш. барлыҡҡа килеү сәбәптәре тулыһын­са асыҡланмаған. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: УФ һәм ионлы нурланыш, ҡайһы бер вирустар, канцероген берләшмәләр, иммун дефициты, генетик факторҙар һ.б. Хәүефһеҙ Ш. төп симптомы — ҡайһы бер осраҡта яман шешкә әйләнеүгә һәләтле шештең булыуы (малигнизация). Башланғыс стадияларында яман Ш. симптомһыҙ үтергә мөмкин, артабан шеш, ауыртыу барлыҡҡа килә, ағзаның функцияһы боҙола. Беренсел шештең ҙурлығына, регионар лимфатик төйөндәр торошона һәм мета­стаздар булыу‑булмауына бәйле яман Ш. үҫеше 4 стадияға бүленә. Яман Ш. һуң өҙлөгөү – шештең тарҡалыуы һәм сей яраға әүерелеүе, ҡан ағыу һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб. (цитологик, гистологик, биохимик, шеш маркерҙарын асыҡлау) һәм инструменталь (эндоскопик, рентгенологик, ультратауыш томографияһы, сцинтиграфия һ.б.) тикшереү ысул­дары мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау хирургик һәм консерватив (химия, нурланыш, гормондар, иммунология терапияһы). Иҫкәртеү: шеш үҫеүенә булышлыҡ иткән факторҙарҙы булдырмау, сәләмәт йәшәү рәүеше, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, дис­пансерлаштырыу. Башҡортостанда 100 мең кешегә төрлө ағзаларҙағы яман Ш. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2009 й.– 274,9; 2011 – 271,6; 2013 – 287,8 кеше. 20 б. 40‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында һәм Онкология диспансерында кешеләге Ш. (Р.Ғ.Баҙыҡов, К.Ш.Ганцев, Г.Н.Карабанов, Б.Б.Ҡудашев, О.Н.Липатов, Ф.Ф.Мофазалов, Н.П.Ников, В.А.Пушкарёв, И.Р.Рәхмәтуллина һ.б.), Аграр университетта хайуандарҙағы Ш. (Р.Ф.Ғәлиев, Е.Н.Ско­вородин, Л.Н.Судзиловский һ.б.) проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Онкология.

Ш.Х.Ганцев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина