ШЕФЕР Дэниел Эван (27.8.1964, Чикаго ҡ., АҠШ), америка тарихсыһы. Филос. д‑ры (1995), проф. (2002). Вашинг­тон ун‑тын тамамлаған (Сент‑Луис ҡ., 1985). 1996 й. алып Бельмонт ун‑тында (Нашвилл ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре 1917—25 йй. Урал‑Волга буйында совет милли сәйәсәтенә, ш. иҫ. БАССР һәм ТАССР‑ҙы ойоштороу проблемаларына; М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев эшмәкәрлегенә арналған. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Реализация советской национальной политики на местах и образование автономной Республики Башкортостан (1919—1920 гг.) //Ватандаш. 2003. №2; Возникновение границы между Татарстаном и Башкортостаном (1920—1922 гг.) //Башкирия/Башкортостан: пространство, политика, механизмы выживания. Уфа, 2010.

И.В.Күсемов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев