ӘБДЕЛМӨЬМИН, ауыл, 1938 й. алып Баймаҡ ҡ. эсендә урынлашҡан. Ауылға 19 б. башында Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. Ә. (Илсебайҙа) 26 йортта 162 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Ғәбделмөьмин (Иҙелбай) исеме м‑н теркәлгән. Халҡы: 1900 й. — 277 кеше; 1920 — 457 кеше. 1938 й. Баймаҡ р‑нының Баймаҡ ҡасаба советына ҡараған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев