ШЕСТЫКОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Суслов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 кмё һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 125 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 262 кеше; 1920 — 407; 1939 — 376; 1959 — 410; 1989 — 211; 2002 — 181; 2010 — 217 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пун­кты бар.

Ауылға 17 б. 70—80‑се йй. Ҡазан даруғаһы терр‑яһында Сембер губ. мишәрҙәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 14 йортта 96 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев