ШЕСТЫКОВ, М ү к л е, Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) туғайындағы һаҙлыҡ. Бөрө р‑ны Шестыков а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Бер‑береһенән айырылған 3 һаҙлыҡ комплексынан тора. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 90,3 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,0 м, иң ҡалыны — 4,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1174,0 мең м3. Туйыны­уы ҡатнаш. Ерек, муйыл, тал, бесәй үләне, ҙур сөйәл үләне, ерек ҡураһы, күрән, ҡамыш, Лобель аҡһырғағы һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, мышы, аҡсәпсек, ҙур ала тумыртҡа, ҡарабаш турғай, ҡыҙылтүш, сыйырсыҡ, үрмәлсек турғай йәшәй; ҡара төйлөгән, селән, сытырҙаҡ сөрәгәй, тартай, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һар, һаралйын, һоро торна, һуна өйрәк һ.б. осрай.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев