ӘБДЕЛМИНЕВ Ким Ғимаҙи улы (5.1.1947, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а.), химик­технолог. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1978 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1982 й. башлап лаб. мөдире, 1996 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1999 й. — уҡытыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре экологик үҙенсәлектәре яҡшыртылған мотор яғыулығын етештереүгә арналған. Ә. ҡатнашлығында Яңы Өфө, Красноводск, Одесса, Фирғәнә НЭЗ‑дарында индерелгән этилланмаған бензин (АИ‑93, АИ­95, АИ‑98) алыу технологияһы эшләнә. 235‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Экологические аспекты производства автомобильных бензинов Нефтепереработка и нефтехимия. 1998. №7 (авторҙ.); Гидроизомеризация бензиновых бензолсодержащих фракций на различных катализаторах //Шунда уҡ. 2011. №2 (авторҙ.).

Ә.Ф.Ишкилдин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов