ШЕСТАЕВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Шестаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Урта Өйҙөрәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 167 кеше; 1920 — 260; 1939 — 243; 1959 — 288; 1989 — 172; 2002 — 167; 2010 — 154 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә Шестаевский утары булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 7 йортта 66 кеше йәшәгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев