ШЕРСТОБИТОВ Евгений Павлович (24.9.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Костарев а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). 1956— 57 йй. Ағиҙел йылға пароходсылығында эшләй. 1961—99 йй. “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ында компрессор ҡулайламаһының өлкән машинисы. Ш. ҡатнашлығында 10‑сы биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшелә. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев