ӘБДЕЛМАЛИКОВ Ғатаулла, Ә л и б а е в Ғ. [1836, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Түңгәүер улусы Вәлит а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 1914, шунда уҡ], дин әһеле, суфыйсылыҡҡа эйәреүсе, ишан. Тыуған ауылында мәктәп тамамлаған, Истанбулда уҡыған, унда Нәҡшбәндиәтәриҡәте тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт алған. Тыуған яғына ҡайтҡандан һуң мәҙрәсәасҡан. Ортодоксаль дин әһелдәре тарафынан бидғәттә (яңылыҡтар индереүҙә) ғәйепләнгән. 1873— 81 йй. һөргөндә булған (З.Х.Рәсүлев м‑н бергә). Мосолман мәғрифәтен үҙгәртеп ҡороуҙа (ҡара: Йәдитселек) әүҙем ҡатнашҡан. Хажға барған. Дауалау эше м‑н шөғөлләнгән, әүлиәбулараҡ танылыу алған.

Әҙәб.: Ризаитдин бин Фәхретдин. Шәйех Зәйнулла хәзрәтнең тәржемәи хәле. Ырымбур, 1917.

С.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина