ШЕРСТЕННИКОВ Николай Александрович (3.2.1900, Вятка губ. Большой Рой а. — 2.1.1981, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1943). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1922) шунда уҡ эшләй, 1923—35 йй. Уржум ҡ. санитария табибы. 1936—80 йй. БДМИ‑ла: 1970 й. тиклем соц. гигиена һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу каф., бер үк ваҡытта 1937—43 йй. хәрби‑санитар әҙерлек каф. мөдире, 1938—39 йй. һәм 1945—46 йй. декан, 1946—54 йй. фәнни һәм уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостанда медицинаның һәм һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеше тарихын өйрәнеүгә арналған. Мед.‑санитария белемен пропагандалау системаһын камиллаштырыуға, халыҡтың гигиена мәҙәниәте кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индергән. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).

Х е ҙ м.: Башкирский медицинский институт им. 15‑летия ВЛКСМ: 1932—1957 гг. Уфа, 1959.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина