ӘБДЕЛКӘРИМ РАХМАНҒОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһының Юрмый улусы Салпы а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) яһаҡлы татары. 1774 й. ғин.—мартында Ҡазан даруғаһының Нуғайбәк ҡәлғәһе һәм Баҡалы а. тирәһендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа баш күтәреүселәр отрядына етәкселек итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин