ШЕРЕШОВЕЦ Валерий Владимирович (15.2.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а. — 15.10.2000, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Органик химия ин‑тында эшләй: 1980 й. алып өлкән, 1986 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1993 й. башлап лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге физик химия, химик кинетика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, окисландырыусы яңы реагенттар эҙләүгә, органик берләшмәләрҙе окисландырып функционалләштереүҙең технологик ысулдарын уйлап табыуға арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Р.Л.Сафиуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов