ӘБДЕЛКӘРИМ, М а я н ғ а н, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Маянған й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 203 кеше; 1920 — 295; 1939 — 274; 1959 — 249; 1989 — 162; 2002 — 122; 2010 — 68 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы Яңы Төрөмбәт а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1859 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе, йорт сотнигы Әбделкәрим Төрөмбәтов исеме м‑н аталған. 1865 й. 15 йортта 102 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Г.Ә.Ситдиҡова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев