ШЕРГЕНГ Наталия Алексеевна (20.1.1959, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Бала Сытырман а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2003), проф. (2008). Куйбышев мәҙәниәт ин‑тын (1982) һәм БДУ‑ны (2004) тамамлаған. 1982 й. алып Башҡ‑н респ. мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.). 1997—2016 йй. (өҙөклөк м‑н) БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: 2000 й. башлап юридик ф‑т деканы, 2003 й. алып уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са, 2006—12 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2002— 15 йй. гуманитар фәндәр каф. мөдире. 2005 й. Ульяновск ун‑тының Хоҡуҡ һәм дәүләт хеҙмәте ин‑тында фәнни эштәр һәм йәштәр сәйәсәте б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре немец классик философияһы, хоҡуҡ философияһы про­блемаларына арналған. 240‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Классическое философствование (между Кантом и Гегелем). Уфа, 1997; “Трансцендентальный субъект” и проблема его философской концептуа­лизации. М., 2008; Социально‑правовая детерминация феномена эскапизма. Стерлитамак, 2015 (авторҙ.).

 Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев