ӘБДЕЛКӘРИМ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Йәрмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 5 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Песмән һәм Рә йй. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 955 кеше; 1920 — 1132; 1939 — 1074; 1959 — 995; 1989 — 531; 2002 — 257; 2010 — 478 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан һәм Байлар улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорттар, мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар Песмәнйылға исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1809 й. ш. уҡ шарттарҙа Ә. типтәрҙәр күсеп ултырған. 1865 й. 100 йортта 592 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев