ШЕМЕНКОВ Юрий Михайлович (4.5.1955, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2007). ӨНИ‑не тамамлаған (1983). 1974 й. алып БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында эшләй: 1987 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире, 2009—16 йй. бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге свайлы фундаменттарҙы, ш. иҫ. ҡатмарлы инженер‑геол. шарттарҙа, тикшереүгә арналған. Ш. тарафынан БР шарттарында свайлы фундаменттар проектлау өсөн терр. төҙөлөш нормалары, фундаменттарҙы түңәрәк киҫелешле свайҙарҙан ҡороу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Экспериментальные исследования односвайных фундаментов //Основания, фундаменты и механика грунтов. 1993, №2 (авторҙ.); Эксперимен­тальные исследования фундаментов в вытрамбованных котлованах при действии горизонтальной нагрузки и их расчёт //Ш у л у ҡ. 2002. №1 (авторҙ.).

В.А.Максимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов