ШЕЛЛЬ Юлиан Карлович (?—1.2. 1881, Вильна губ. Вильна ҡ.), ботаник, флорист. Профессор. 1877—78 йй. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында ботаник‑геогр. тикшеренеүҙәр үткәргән, һөҙөмтәлә ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле һәм ябай төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләре коллекцияһын йыйған (күпселек өлөшө Ҡазан ун‑тының Гербарийында һаҡлана). “Өфө һәм Ырымбур губерналарының ботаник географияһы өсөн материалдар” мәҡәләләрендә (1881, 1883) ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең 1054 төрө килтерелгән, уларҙың күбеһе Башҡортостан терр‑яһы өсөн элек билдәһеҙ булған; тәүге тапҡыр күп үҫемлектәрҙең башҡортса атамалары баҫтырып сығарылған. Император Ҡазан ун‑ты эргәһендәге Тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Уның исеме м‑н үҫемлектәр аталған (Шелль тырнағуты һәм Шелль һолобашы).

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова