ӘБДЕЛЙӘЛИЛ ЫРЫҪҠОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Ҡыр‑Танып улусы башҡорто. 1773 й. дек. Бәхтейәр Ҡанҡаев һәм Әҙел Биғәшев м‑н берлектә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядын ойоштора. 1774 й. яҙ—йәй айҙарында Ҡазан һәм Уҫы даруғаларында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе, Ҡазан даруғаһының Сатаниха а. янында Бөрө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында поручик И.Я.Яворский етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта ҡатнаша. Авг. Ә.Ы., Арыҫлан Ранғолов, Бүләк Яҡупов һәм Йәлдәк казактары (700‑гә яҡын кеше) Уҫы даруғаһында һуғыша. Сент. Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла, Арыҫлан Ранғолов м‑н бергә Себер даруғаһында һуғыша, подполковник И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин