ШЕЛКОВ Валентин Иванович (23.9. 1906, Одесса ҡ. — 23.12.1980, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың (1967), Ҡырғыҙ ССР‑ының һәм Бүрәт АССР‑ының (икеһе лә — 1956), Башҡорт (1957) һәм Сыуаш (1966) АССР‑ҙарының атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1933; педагогы А.И.Пушкин) Бәләкәй опера театры (Ленинград) артисы, 1934 й. алып Свердловск опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта Свердловск хореография уч‑щеһы дир.; 1951—76 йй. Ленинград хореография уч‑щеһы директоры. А.Я.Ваганованың пед. системаһы б‑са эшләй. 50—70‑се йй. Ленинград хореография уч‑щеһының милли бүлегенә башҡорт төркөмөн һайлап алыу‑ҡабул итеү комиссия­һы ағзаһы.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова