ӘБДЕЛҒӘЗИЗОВ Лотфулла Кәлимулла улы [12.6.1866, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Һарыҡташ а. (Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны) — 30.10.1913, Ырымбур губ. Троицк ҡ. (Силәбе өлк.)], педагог, мәғрифәтсе. Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1886) В.В.Катаринскийҙың тәҡдиме б‑са Мәтәл урыҫ‑башҡорт уч‑щеһына (Силәбе өйәҙе) ебәрелгән. 1895 й. алып Сермән урыҫ‑башҡорт уч‑щеһы (Верхнеурал өйәҙе), 1902 й. — Троицк ҡ. 2 класлы урыҫ‑татар уч‑щеһы мөдире. Урыҫ‑башҡорт һәм урыҫ‑татар уч‑щеларында урыҫ телен уҡытыу проблемалары м‑н шөғөлләнгән, бухгалтерия эше һәм умартасылыҡ б‑са курстар ойошторған, уҡыу процесына алдынғы уҡытыу алымдарын индер­гән. “Тырышлыҡ өсөн” көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән (1900). Троицк ҡ. почётлы гражданы (1906).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина