ШЕКСПИР Уильям (23.4.1564, Стратфорд‑он‑Эйвон ҡ., Англия — 23.4. 1616, шунда уҡ), инглиз шағиры, драматург. “Венера һәм Адонис” (“Венера и Адонис”; 1593), “Лукреция” (1594) поэмалары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1609) шиғырҙар йыйынтығы, “Ричард III” (1593), “Йәйге төндәге төш” (“Сон в летнюю ночь”; 1596), “Антоний һәм Клеопатра” (“Анто­ний и Клеопатра”; 1607), “Дауыл” (“Буря”; 1612) пьесалары һ.б. авторы. Ш. ижадына дәүерҙең әхлаҡи, ижт.‑сәйәси про­блемалары т‑да уйланыуҙар, кешелектең мәңгелек ҡиммәттәрен раҫлау хас. Ш. драматургияһының төп ҡаҙанышы булып характерҙарҙы үҫештә, рухи донъяның күп ҡырлылығында һынландырыу тора. Ш. әҫәрҙәре башҡорт теленә Х.Т.Бикҡолов, Х.Ғиләжев, М.Ғәли, Г.Ғ.Ғәлиева, С.Р.Сурина һ.б. тарафынан тәржемә ителгән. Уның “Хәйләкәр бисәләр” (“Виндзорские насмешницы”), “Гамлет”, “Макбет”, “Отелло”, “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), “Тиҫкәрене йүгәнләү” (“Укро­щение строптивой”) һ.б. пьесалары б‑са Башҡорт драма театрында, Милли Йәштәр театрында, Урыҫ драма театрындаНур” театрында һ.б. спектаклдәр ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Отелло. Венеция мавры. Өфө, 1946; Макбет. Өфө, 1961; Тиҫкәрене йүгәнләү. Өфө, 1983.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов