ӘБДЕЛҒӘЗЕ, Ә ҡ е м б ә т, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Тулаҡ й. (Оло Ҡыҙыл й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 346 кеше; 1920 — 508; 1939 — 314; 1959 — 271; 1989 — 311; 2002 — 306; 2010 — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Амангилде урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Таҡһыр а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1834 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1816 й. алып) билдәле. Тәүге төпләнеүсе Әбделғәзе Иҫәнғолов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Тулаҡ булараҡ теркәлгән. Ә. урынында элек Әҡембәт утары булған, тип фараз ителә. 1866 й. 30 йортта 236 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Ш.Әминев‑Тамъяни ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев