ӘБДЕЙ АБДУЛЛОВ, Ә. А б д у л л и н, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһының(Пермь крайы Барҙы р‑ны) Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. башҡорто. Мулла. 1773 й. көҙ—ҡыш айҙарында Батырҡай Иткинин, Сәйфулла Сәйҙәшев һәм Әҙел Әшмәнов м‑н бергә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Ә.А. отряды Уҫыны, Аннинский заводын, Ашап заводын, Йоҡ заводтарын, Рождественск заводтарын, Шәрмәйет заводын, Ҡазан губ. Бәли, Сарапул ауылдарын һ.б. торама пункттарҙы алыуҙа ҡатнаша. Февр.—мартта тау з‑дтарында, башҡорт һәм урыҫ ауылдарында кешеләрҙе ихтилалға ҡушылырға саҡыра. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин