ЮШАТЫР, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мораптал т. юл ст. Т. табан 10 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 327 кеше; 1959 — 252; 1989 — 168; 2002 — 200; 2010 — 222 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Көйөргәҙе с‑зы ойошторолоуға бәйле Юшатыр фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 80‑се йй. аҙ. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. ­Р.Ғ.Ғилманов