ШВЕЦОВ Пётр Филимонович (14.1. 1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 9.6.1992, Мәскәү), инженер‑гидрогеолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1965). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Д.Ф.Швецовтың ҡустыһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.‑разведка ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) Төньяҡ диңгеҙ юлы баш идаралығының (Анадырь ҡ.) Шпицберген геол.‑разведка экспедицияһы начальнигы. 1939—61 йй. СССР ФА‑ның Туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме ин‑тында (Мәскәү): 1945 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, бүлек нач., 1948 й. — дир. урынбаҫары,1956 й. — дир., 1958 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, Төньяҡ бүлек (Воркута ҡ.) мөдире; 1961 й. башлап Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ҒТИ‑нда бүлек мөдире, геокриология лаб. етәксеһе, фән б‑са дир. урынбаҫары; 1980 й. алып СССР ФА‑ның Литосфера ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) физик география бүлеге етәксеһе, советник. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге гидрогеология, инженерлыҡ геологияһы, геокриология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ш. тарафынан физик‑геогр. шарттарҙың геокриологик хәл м‑н бәйләнеше өйрәнелгән; бер нисә ыңғай геотермик аномалия килеп сығышының литологик гипотезаһы нигеҙләнгән; ҡаты файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын файҙаланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән инженерлыҡ‑геокриологик шарттарҙың үҙгәрештәрен прогнозлау методикаһы эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1952). Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Геотермические условия мезозойско‑кайнозойских нефтеносных бассейнов. М., 1974; Постоянно действующие модели гидролитосферы территорий городских агломераций. М., 1991 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов