ШВЕЦОВ Дмитрий Филимонович (10.6.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 2.11.1978, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). П.Ф.Швецовтың ағаһы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбен тамамлағандан һуң (Өфө, 1930) 1934 й. тиклем һәм 1936—40 йй. Өфөлә комсомол һәм партия эшендә, 1934 й. алып “Комсомолец Башкирии” (“Башҡортостан комсомолы”; ҡара: “Молодёжная газета”) гәз. бүлек мөдире, 1943 й. башлап Ки­ров район башҡарма ком‑ты рәйесе, 1945—47 йй. Өфө ҡала башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1940—43 йй. һәм 1947 й. алып “Башкирэнерго” ПБ пр‑тиеларында эшләй, 1957—62 йй. Төҙөлөш сәнәғәте эшселәре проф. союзының өлкә ком‑ты (Өфө) секретары, 1967—73 йй. СССР Әҙәбиәт фондының Башҡ‑н бүлексәһе вәкиле. “Күңелле тормош” (“Весёлая жизнь”) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1934 й. сыға. “Таныш һыҙаттар” (“Знакомые черты”; 1950) хикәйәләр, “Йәшел барьер” (“Зелёный барьер”; 1951), “Бөркөт балалары осорға өйрәнә” (“Орлята учатся летать”; 1964) повестар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. “Йылға өҫтөндәге яҡтылыҡ” (“Свет над рекой”; 2 китапта, 1962—1966) повесында Павловка ГЭС-ын төҙөүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте, тормошо, “Комиссарҙың үлеме” (“Смерть комиссара”; 1968) повесында Граждандар һуғышы геройы А.П.Бромдың яҙмышы һүрәтләнә. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән. 1938 й. репрессиялана. 1939 й. аҡлана.

Ә ҫ ә р ҙ.: Зимний дождь: повесть. Уфа, 1972.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов