ШВАРЦ Евгений Львович (9.10.1896, Ҡазан — 15.1.1958, Ленинград), яҙыусы, драматург. “Иҫке балалайка хикәйәһе” (“Рас­сказ старой балалайки”; 1925) шиғырҙар йыйынтығы, “Шура һәм Маруся мажаралары” (“Приключения Шуры и Маруси”), “Сит ҡыҙ бала” (“Чужая девочка”; икеһе лә — 1937) повестары, “Ундервуд” (1930), “Бер төн” (“Одна ночь”; 1942), “Аж­даһа” (“Дракон”; 1944), “Йөҙ дуҫ” (“Сто друзей”; 1948), “Ирле‑ҡатынлы йәштәр тураһында повесть” (“Повесть о молодых супругах”; 1958) пьесалары һ.б. авторы. Ш. әҫәрҙәре психологизм, юмор м‑н айырылып тора. Яҙыусының драматургик ижадында ысынбарлыҡты һәм фантастиканы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм мәңгелекте тоташтырған театраль әкиәт жанры өҫтөнлөк итә. Ш. әҫәрҙәрен Ғ.Ғ.Әхмәтшин башҡорт теленә тәржемә иткән. Ш. “Ике саған” (“Два клёна”), “Ҡар батшабикәһе” (“Снежная королева”), “Ҡыҙыл ҡалпаҡ” (“Красная шапочка”), “Ябай мөғжизә” (“Обыкновенное чудо”), “Яланғас король” (“Голый король”) пьесалары б‑са Ҡурсаҡ театрында, Милли Йәштәр театрында, Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында, Урыҫ драма театрында спектаклдәр ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Беренсе класс ҡыҙы. Өфө, 1952.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов