ЮША СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙыңурындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. Ю.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийы сиктәрендә күҙәтелә: көнбайыш өлөшөндә — Межгорье ҡ. аша көньяҡ‑көнбайышта Кесе Инйәр й. һул яры һәм артабан көньяҡта Юрматау, Оло Юрматау һәм Мәсем һырттары буйлап төньяҡта Силәбе өлк. Төлөк а. киңлегенән алып Ағиҙел й. киңлек ағымына тиклем һыҙат (оҙонлоғо яҡынса 220 км, киңлеге 2—5 км), көнсығыш өлөшөндә — төньяҡта Белорет р‑ны Тирлән а. киңлегенән алып көньяҡта Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. киңлегенә тиклем өҙлөкһөҙ тиерлек һыҙат (оҙонлоғо яҡынса 130 км, киңлеге 1—3 км). Кварц һәм ялан шпаты‑кварц составлы ҡомташтарҙан һәм алевролиттарҙан, буйһонған эзбизташтар ҡатыш балсыҡлы һәм углерод‑балсыҡлы һәүерташтарҙан ғибәрәт. Ҡалынлығы 650—1050 м. Аҡрынлап күсә килеп соран­свитаһында ята, йыуылыу һәм ауышыу мөйөштәренең ярашмауы аша егәлгә свитаһы (көнбайышта) йәки машаҡ­свитаһы (көнсығышта) м‑н ҡаплана. Вязовка (балсыҡлы һәм углерод‑балсыҡлы һәүерташтар, кварц составлы ҡомташтар һәм эзбизташтар ҡатыш кварцлы алевролиттар, ҡалынлығы 150—300 м), бағрышты (кварц һәм ялан шпаты‑кварц составлы ҡомташтар һәм алевролиттар, балсыҡлы һәм углерод‑балсыҡлы һәүерташтар сиратлашыуы, ҡалынлығы 350—450 м) һәм сухин (балсыҡлы һәм углерод‑балсыҡлы һәүерташтар, кварц һәм ялан шпаты‑кварц составлы алевролиттар, ҡа­лынлығы 150—300 м) ярым свиталарына бүленә. Көньяҡ Уралдың Баҡал‑Һатҡы мәғдән р‑нындағы баҡал свитаһының йәш б‑са аналогы булып тора. Ю.с. ултырмаларына ваҡ көрән тимер ятҡылыҡтары (Юша, Белорет р‑нында Дубинин һ.б.) тура килә. Әҙәб.: Горяинова О.П., Фалькова Э.А. Геология Инзерского и Зигазино‑Комаровского районов Башкирской АССР //Труды Геологического управления БАССР. Уфа, 1940. Вып.9; Нижний рифей Южного Урала /В.И.Козлов [и др.]. М., 1989.

В.И.Козлов

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов