ЮША, Башҡортостан­ (Көньяҡ)­ Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Инйәр һәм Кесе Инйәр йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 9 км, киңлеге 1—3 км, абс. бейеклеге 1109,8 м (Ҡайынтүбә тауы). Һыртта бейеклеге 857—1109 м булған 5 түбә айырылып тора. Рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан ғибәрәт; битләүҙәре текә, түбәләре һөҙәк. Төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Аҡһарыҡ, Васильевская Поляна, көньяҡ‑көнсығышта Лиственная Поляна төбәктәре бар; текә битләүле 2 армыт: төньяҡта — Ҡараташ (1103 м), көньяҡта — Дүнәнһуйған (1093 м) тауҙары асыҡ күренеп тора. Һырттың түбәһе һәм битләүҙәре аҫҡы һәм урта рифейға ҡараған машаҡ (кварцлы ҡомташ­тар, конгломераттар, аргиллиттар, базальттар, риолиттар) һәм юша (алевролиттар, ҡомташтар, балсыҡлы һәүерташтар) свиталарының тоҡомдарынан ғибәрәт. Һырттың көньяҡ‑көнсығыш итәгендә Көҙйылға һәм Мәйгәште йй. (Инйәр ҡушылдыҡтары) башлана. Ландшафтарҙың­ бейек­лек­ бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандары тундра, көрәнһыу урман, болон һәм тау­ тупраҡтарындағы таулы тундралар һәм бейек үләнле тау болондары ҡатыш һирәк урмандар м‑н алмашына. Көньяҡ ­Урал­ ҡурсаулы­ғын­да урынлашҡан. Исеме “йәшмә” һүҙенән алынған, тип фараз ителә.

Тәрж.­ И.М.Япаров