ЮХИН Иван Петрович (4.7.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Грачи а. — 14.5.2016, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (2000). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). Г.П.Юхиндың ағаһы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Благовар р‑нындағы БашҮБК ис. с‑зда агроном булып эшләй. 1968 й. алып БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1977 й. башлап техник культуралар лаб. мөдире, 1984 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары, 1998 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — бүлек мөдире. 2001 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. культураларының продуктлылығын арттырыуға һәм Көньяҡ Урал шарттарында шәкәр сөгөлдөрөн адаптив үҫтереү технологияһын уйлап табыуға арналған. Ю. ҡатнашлығында картуфты түтәлдә үҫтереү алымы һәм яй тәьҫир итеүсе ашламалар алыу ысулы эшләнгән. 240‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Сахарная свёкла в Башкортостане. Уфа, 2000; Прогрессивная технология возделывания сахарной свёклы в Башкортостане. Уфа, 2003; Свекловичные севообороты на Южном Урале. Уфа, 2007.

Тәрж.­ А.Н.Күсеев