ЮХИН Геннадий Петрович (2.1.1948, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Грачи утары), инженер­-механик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). И.П.Юхиндың ҡустыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. 1971 й. алып БДАУ‑ҙа: 1989—91 йй. а.х. механизациялау ф‑ты деканы, 1999—2012 йй. малсылыҡ һәм эшкәртеү пр‑тиеларының технологик ҡорамалдары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл­ хужалығын­ механиза­циялауға арналған. Ю. тарафынан мал аҙығы сөгөл­дөрөн йыйыу өсөн бер рәтле аҫмалы комбайн, мал аҙығы тамыраҙыҡтарын ҡоро килеш өҫтәмә таҙартыу һәм ваҡлау ҡоролмалары, бәләкәй һөт з‑дтарының технологик схемалары һ.б. эшләнә. 155‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Энергосберегающие технологии и технические средства заготовки и подготовки к скарм­ливанию кормовых корнеплодов. Уфа, 2005; Бизнес‑планирование в дипломных проектах по агроинженерии. М., 2007 (авторҙ.).

А.А.Катков

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов