ЮХА, башҡорт мифологияһында­ яуыз йән эйәһе. Хөрәфәти­ хикәйәләр, “Юха”, “Юлбат” әкиәттәре, “Урал­ батыр” эпосының проза версияһы һ.б. персонажы. Хөрәфәттәр­ б‑са, 500—1000 йәшкә еткән аждаһа ­Ю. әүерелә (ғәҙәттә аждаһа Ю. йәшенә тиклем йәшәмәй, сөнки уны болоттар Ҡаф­тауына алып китә). Кешеләрҙе ашай; кеше, хайуан һ.б. сүрәтендә күренә. Сибәр ҡыҙға әүерелеп, тәү осраған ир‑егеткә кейәүгә сыға, уның ҡанын һура, һөҙөмтәлә ир хәлһеҙләнеп үлә. Ю. төндә йылан сүрәтенә инеп, йылғаға һыуһынын ҡандырырға төшә, шуға күрә Ю. фашлау өсөн уға тоҙло ризыҡ ашаталар. Кендеге булмауы һәм ҡултыҡ аҫтында тишектәр булыуы ш. уҡ Ю. билдәләре булып тора. Ю. утта яндырып үлтерергә мөмкин; яндырылған Ю. көлөн сихәтле тип иҫәпләгәндәр һәм күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар. Башҡорт телендә Ю. м‑н бәйле образлы әйтемдәр һаҡланған: “юха йылан” (мәкерле кеше), “юхаланыу” (ҡыланыу, ике йөҙлөләнеү), “юхалыҡ” (ике йөҙ­лөлөк). Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.:­Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Р у д е н к о С.И. Баш­киры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

З.Ғ.Әминев

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов