ЮСЫҠ, Э ш т и й ә к, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Юҫыҡ й. (Беүә й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 467 кеше; 1920 — 595; 1939 — 615; 1959 — 467; 1989 — 211; 2002 — 200; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яма­ҙы­ урта­ мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө ­өйәҙе Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 73 йортта 396 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, бакалея кибете булған.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов