ЮРЬЕВ Виктор Леонидович (19.1. 1951, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2014), РФ‑тың почётлы авиатөҙөүсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Технология һәм производствоны ойоштороу ин‑тында (Өфө) эшләй: 1979 й. алып Урал филиалында ғилми‑тикшеренеү секторы нач., 1983 й. — фәнни эштәр б‑са нач. урынбаҫары, 1992 й. башлап дир., 1995 й. — ген. директор. Фәнни эшмәкәрлеге авиация­ двигателдәре деталдәрен әҙерләү технологияларын уйлап табыуға бәйле. Ю. тарафынан стационар булмаған механик эшкәртеүҙең күп параметрлы оптимизациялау ысулдары, технологик параметрҙарҙы стабилләштереү системалары тәҡдим ителә, газ ­турбиналы­ двигателдәрҙең көрәксәләрен үткер йөҙ һәм абразив м‑н эшкәртеү өсөн сәғәт м‑н программаланған махсус ҡорамалдар эшләнә. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Автоматизация определения оптимальных параметров при нестационарных условиях резания. М., 1992; Совершенствование технологических процессов нестационарной механической обработки сложнофасонных деталей газотурбинных двигателей. Уфа, 2004; Термодинамика и технология нестационарной обработки металлов резанием. М., 2009 (авторҙ.).

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов